+10 °С
Ясно
Төрлөһөнән
8 Мая 2023, 10:25

Бейеккә ынтылһаң, юғарыға осорһоң

Бөтә аҡсарлаҡтар ҙа ем­де үҙҙәре тапҡан. Тик береһенә генә инәһе ашар­ға килтергән. Ҡошсоҡ таштан ҡолап төшөп, ҡа­натын зарарлаған.– Осоп, үҙеңә аҙыҡ табырға өйрән, юғиһә, йәшәй алмаҫһың, – тигән атаһы.

Бейеккә ынтылһаң, юғарыға осорһоңБейеккә ынтылһаң, юғарыға осорһоң
Бейеккә ынтылһаң, юғарыға осорһоң

– Мин болоттарға тиклем осорға хыялланам, – тип яуаплаған ҡанаты яраланған ҡошсоҡ.
– Аяҡ аҫтыңа һәйбәтләп ҡара, унда ла ризыҡ табырһың, – тип кәңәш биргән инәһе.
– Күккә ынтылһаң, һин юғарыға осорһоң, – тигән тауыш ишеткән ҡошсоҡ. Ул бейектән яңғыраған.
– Мин – күктәге аҡсар­лаҡ, һиңә күренмәйем, ләкин шуны әйтәм: өҫкә ҡараһаң – күкте күрерһең, аҫҡа текәлһәң, үҙеңдән башҡаларҙы абайламаҫ­һың.
Тауыш тынған. Ҡошсоҡ бөтә кәүҙәһе менән өҫкә ынтылған, ҡанаттары менән ҡағынған һәм бер таш­ҡа тиклем осоп менгән. Бик ныҡ тырышһа ла, ул бейегерәккә күтәрелә алмаған. Әммә иртәгеһенә барыһын да яңынан ҡабатлаған. Күпмелер ваҡыт үтеүгә ҡошсоҡ күктәге аҡсарлаҡтар тубына барып ҡушыл­ған.
– Мин осорға өйрәндем, – тип ҡысҡырған ул һәм зәңгәр күккә инеп юғалған.
Кискеһен башҡа ҡоштарға былай тигән:
– Юғарынан тәрәнгәрәк сумып, тәмле балыҡтарҙы эләктерергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, иртәгә минең менән осоғоҙ. Бейектән бөтә донъя күренә.
– Юҡты һөйләмә, беҙгә яр буйындағы ризыҡ та етә, – тигән башҡа аҡсар­лаҡтар.
Шунан бирле ул юғары­ға үҙе генә осҡан. Бер ва­ҡыт яр буйында күккә ҡарап ултырған бер ҡошсоҡто күргән.
– Әгәр һин бейеккә ынтылһаң, юғарыға осорһоң, – тип ҡысҡырған уға ҡыйыу аҡсарлаҡ һәм күпмелер ваҡыттан һуң тегенең бар көсө менән ҡанаттарын ҡағып, күккә осорға тырышҡанын күргән.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.

Фото:o-prirode.ru

Автор:
Читайте нас