+11 °С
Ясно
Төрлөһөнән
10 Мая 2023, 08:00

Фикусығыҙ ниңә һарғая?

Фикус тәрбиәгә бик талапсан түгел, шулай ҙа иғтибар етмәгәндә ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға бирешә. Уның әүҙем үҫеш ваҡыты – яҙҙан көҙгә тиклем. Һыуҙы даими һибеү талап ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фикусығыҙ ниңә һарғая?Фикусығыҙ ниңә һарғая?
Фикусығыҙ ниңә һарғая?

Ҡыш көнөнә бер мәртәбә дымландыралар. Сөнки гөлдөң тамырына артыҡ дым йыйылһа, ул сирләй башлай. Үҫемлек ҡояш нурҙарын да артыҡ яратмай.   Яҙ һәм йәй айҙарында фикусты ике аҙнаға бер тапҡыр комплекслы ашлама менән туҡландыралар. Ул көл, кесерткән төнәтмәһен үҙ итә. Фикусты февраль, март айҙарында күсереп ултырталар. Йәш гөлдө йыл һайын, ҙурын 2 –3 йылға бер тапҡыр күсереп ултырталар. Ҡышҡыһын гөлдө һалҡын тәҙрә төбөнә ҡуймағыҙ. Ул ел, температура үҙгәрештәрен насар кисерә.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-07/fikusty-yapra-tary-ar-ayyuyny-s-b-be-nim-l-2517111

Автор:
Читайте нас