

Рәсемде автор 1504-1505 йылда төшөргән. Ул әле Францияла Конде музейында һаҡлана. Ағасҡа май менән эшләнгән картинаның үлсәме 17х17 сантиметр ғына.
Өс Грация идеяһы Рафаэлгә тиклем дә, унан һуң да, әле лә бик күп рәссамдарҙы, һынсыларҙы илһамландыра, Сандро Боттичелли (1478), Франческо Фурини (Зевстың өс ҡыҙын төшөрә, 1633 йыл), Жан Батист Реньо (1793), Питер Рубенс (1639) һәм башҡаларҙың ижадында “Өс Грация” бар.
Беҙҙең үҙебеҙҙең “Өс Грация”быҙ юҡ тиһегеҙме әллә? Барсы. Улар беҙгә донъяның бөтә хазиналарына ҡарағанда ла яҡыныраҡтыр, ҡәҙерлерәктер әле – өс башҡорт ҡатыны алма баҡсаһында тылсымлы алма өҙә).
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: 1. Әлфиә Әхтәриева альбомынан фото. 2. Рафаэль картинаһы. 3. Боттичелли әҫәре.
Әлфиә АҠБУТИНА.