

1930 йылдың апрелендә шағир вафат була. Әммә Татьянаға гөлләмәләр килеүҙән туҡтамай.
Икенсе донъя һуғышы осоронда Париж немец оккупацияһы аҫтында ҡала. Ауыр замандар башлана. Татьяна Алексеевна ҡиммәтле гөлләмәләрҙе һатып йән аҫрай.
Һуғыштан һуң бер нисә йыл үткәс, шағир ҡалдырған аҡса бөтә. Ләкин оранжерея легендаға әйләнгән гөлләмәләрҙе Яковлеваға ебәреүҙе туҡтатмай.
1970-се йылдарҙа шағир Аркадий Рывлин Парижда Татьяна Яковлеваның хәлен белешергә бара. Сәй эсеп ултырғанда ишек ҡыңғырауы шылтырай. Оранжерея йомошсоһо сираттағы гөлләмәне - алтын япон хризантемаларын килтергән икән.
Тәьҫораттарынан Рывлин "Цветы от Маяковского" тигән поэма яҙа. Бынан унан өҙөк:
У рассыльных привычный труд, -
Снег ли, дождик ли над киосками, -
А букеты его идут
Со словами: от Маяковского.
Без такого сияния,
Без такого свечения
Как не полно собрание
Всех его сочинений.