+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән
1 Июня 2023, 05:00

Һынамыштар

Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы килер. Иртә таңда ысыҡ мул төшһә, көн эҫе буласаҡ.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар
  • Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа — ямғырға.
  • Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел сығасаҡ.
  • Йәйғорҙоң ике яҡ башы ла һыуға төшһә — ямғыр яуыр, тауҙа булһа — аяҙ булыр.
  • Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, көслө ел сығыр.
  • Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа, ямғыр көт.
  • Иртән үлән ҡоро булһа — төнөн ямғыр яуыр.
  • Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көн аяҙытыр.
  • Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
  • Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.
  • Эре ямғыр тиҙ туҡтай.
  • Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
  • Ҡарлуғас түбән осһа — ямғыр булыр, бейектә осһа — аяҙытыр.

Фото: my.mail.ru

 
Автор:
Читайте нас