+10 °С
Ясно
Төрлөһөнән
5 Июня 2023, 04:00

Кәзәләр

Эй кәзә бәрәстәре бигерәк уйынсаҡ, һикерәндәк, һөйкөмлө була бит әле ул. Хәҙер ауылдарҙа һыйыр урынына кәзә аҫрау йышайҙы. Еҫһеҙ тоҡомлоларының булыуы, һөтөнөң аллергия яһамауы ла кәзәгә өҫтөнлөк бирҙертә.

КәзәләрКәзәләр
Кәзәләр

Кәзәләр бик аҡыллы мал. Ҡыҙыҡ яҡтары ла күп. Кәзәне ыристан тип бушҡа әрләмәйҙәр. Менмәгән ере, кермәгән тишеге юҡ. Диуар кеүек торған текә ҡаялар буйлап йөрөгән дә шул кәзәләр бит.
Кәзәнең хәтере яҡшы икән. Кешегә эт менән бесәй кеүек эйәләшәләр. Ә балаһының тауышын бер йыл айырылып торғас та таныйҙар.
Бер кәзә тәкәһе 50 кәзәле көтөүгә баш булып йөрөй ала.
Кәзәгә, башҡа күп хайуандарҙан айырмалы, туберкулез йоҡмай. Кәзә һөтө был ауырыуҙан кешене лә һауыҡтыра ала тиҙәр.
Ныҡ ҡурҡҡанда һуштан яҙып йығыла торған кәзәләр ҙә бар икән. Ундайҙар АҠШ-та күп ти.
Күҙенең ҡараһы нәҙек горизонталь булғанға кәзә 300 градуста тирә-яҡты күрә.
Төрлө тоҡом кәзәләрҙең ауырлығы 9-ҙан 110 килограмға тиклем етә.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас