+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
7 Июня 2023, 10:00

Кондиционер ҡулланыу һаулыҡ өсөн зыянлымы?

Киреһенсә, ҡыҙыу һауа зыянлы. Эҫе йәй көндәрендә ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары күбәйә, инсульт йәки инфаркттан үлеүселәр һаны арта. Кондиционер ҡулланыу кеше тормошон һаҡлай.

Кондиционер ҡулланыу һаулыҡ өсөн зыянлымы?Кондиционер ҡулланыу һаулыҡ өсөн зыянлымы?
Кондиционер ҡулланыу һаулыҡ өсөн зыянлымы?

Һалҡын һауа үҙенән-үҙе ауырыу килтереп сығармай, “һалҡын тейеү” тигән төшөнсә медицинала юҡ. Әгәр кеше һалҡындан һуң ауырый икән, был ниндәй ҙә булһа бактерия йә иһә вирус эләктереү менән бәйле.

Кондиционер ҡулланыуҙың бер нисә ҡағиҙәһе бар.

*Кондиционер һауа дымлылығын кәметергә мөмкин. Гигрометр менән һауа дымлылығын тикшереп тороу кәрәк. Һулыш юлдары өсөн оптималь һауа дымлылығы – 40-60 процент.  Һауа дымлылығы әҙәйгәнгә күрә, һулыш юлдары инфекцияға ҡаршы тотороҡһоҙ була башларға мәмкин.

*Кондиционерҙың фильтрҙарын ваҡытында алмаштырып торорға кәрәк. Иҫкергән фильтр инфекция һәм туҙан йыя, шуларҙы таратырға мөмкин.

*Һалҡынса һауа саф кеүек тойола, ләкин кондиционер бүлмәләге һауаны алмаштырмай йәки аҙ дәрәжәлә алмаштыра. Шуға күрә, кондиционер эшләй торған бүлмәне ваҡыт-ваҡыт тулыһынса елләтеп алыу кәрәк, быны бер нисә тапҡыр эшләгеҙ.

Фото: vizd.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас