+7 °С
Ясно
Төрлөһөнән
7 Июня 2023, 04:00

ӘСӘЙҘЕҢ ӘЙТКӘНДӘРЕ

*Атайыңдан һора.*Ҡалған аҡсаны ҡайтарырға онотма!*Миңә анауҙы алып бир әле, теге... ни... һин нимә, аңламайһыңмы әллә?*Һинең үҙ өйөң юҡмы әллә?*Һин әсәйең менән нисек һөйләшәһең?*Үҫкәс белерһең.

ӘСӘЙҘЕҢ ӘЙТКӘНДӘРЕӘСӘЙҘЕҢ ӘЙТКӘНДӘРЕ
ӘСӘЙҘЕҢ ӘЙТКӘНДӘРЕ

*Ниңә кейем элгес ултырғыста ята, шкаф нимәгә?
*Беҙ һиңә уны ниңә һатып алып бирҙек? Туҙып ятһын өсөнсө ни?
*Хас атаһы.
*Һин ул телефон менән тиҙҙән һуҡыраяһың.
*Минең дә әллә нәмәләр алғым килә.
*Гел өйҙә ултыраһың, урамға сығыр инең.
*Һыуҙан сыҡ, ирендәрең күгәреп бөткән.
*Башҡалар күперҙән һикерә тип, һин дә һикерерһеңме?
*Дуҫтарың менән дә шулай һөйләшәһеңме?
*Әсәйең менән телләшмә!
*Күҙҙәреңдән маңлай сәсеңде ал. Һуҡырайғың киләме ни?
*Ә бына мин һинең йәшеңдә...
*Балаларың булғас, аңларһың әле.
*Исмаһам, бүлмәңдән сыҡ, ҡунаҡтар менән һаулыҡ һораш.
*Бүрегеңде кей!
*Бутерброд – аҙыҡ түгел.
*Алдыңдағыны ашап бөтмәйенсә, шоколад эләкмәйәсәк.
*Ултырғыста бәүелмә!
*Өйҙә һөйләшербеҙ.
*Сиректе “өслө”ләрһеҙ тамамлаһаң, һатып алырбыҙ.
*Мониторға текәлеүеңде туҡтат, күҙең сығыр!
*Тура ултыр!
*Бүлмәңде йыйыштырғас, урамға сығырһың.
*Теләһә нишлә!

Ирина ҠОТЛОБАЕВА.

Автор:
Читайте нас