

Йәй уртаһында кәбеҫтәнең япраҡтарына тейергә ярамай. Улар фотосинтез прцессында ҡатнаша. Һарғайған, ергә тейеп тороп зарарланған япраҡтарын ғына өҙөргә кәрәк.
Кәбеҫтәнең аҫҡы япраҡтарын йыйырға бер ай ҡала, сентябрҙә генә өҙөргә кәрәк. Был ваҡытта ул тейешле ҙурлыҡты йыйған була. Аҫҡы япраҡтарын өҙгәнлән һуң ул тығыҙлана, араһынан ел йөрөй, бактериаль ауырыуҙар ҡурыҡынысы кәмей.
Фото: optsemena24.ru