

- Йә, Аллаһым! Миңә хәйерле сәләмәтлек бир, бары тик сәләмәт булғанда ғына мин ғаиләмә файҙалы була алам. Йүгереп йөрөп донъя көтөргә, балалар үҫтерергә аяҡ-ҡулдарым һыҙлауһыҙ булһын, күңелем тыныс, йәнем ҡәнәғәт булһын. Донъяма ҡот, ризығыма бәрәкәт, нигеҙемә именлек һәм ырыҫ бир! Балаларыма булған яратыуым, шәфҡәтем, иғтибарым уларҙа ла миңә ҡарата хөрмәт-ихтирам уятһын!
-Йә, Раббым! Ир балаларыбыҙға иманлы, тәүфиҡлы, аҡыллы мосолман кәләштәре насип ит. Ҡыҙҙарыбыҙға иманлы, аҡыллы, ғаиләләренә яуаплы, бала һәм ҡатын хаҡын белгән мосолман кейәүҙәре бир. Яуызлыҡтан, боҙоҡлоҡтан, насар уйлы кешеләрҙән йыраҡ йөрөт! Боҙомдарҙан, күҙ һәм һүҙ тейеүҙән, яманлыҡтан һаҡла!
-Балаларыбыҙға асыҡ зиһен, сәләмәтлек, оҙон ғүмер бир. Кешелекле, изгелекле, ата-әсәләренә мәрхәмәтле ит. Йөрөгән юлдары уң, эштәре хәйерле, хеҙмәттәре уңышлы булһын. Белемле-ғилемле булһындар. Лайыҡлы ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт балалар үҫтерһендәр, ғүмерҙәре буйы мөхәббәтле йәшәһендәр. Ир бәхете, ҡатын бәхете, балалар бәхете насип ит!