

Автобус ҡуҙғалып китте һәм 20 минуттан шығырым тулды. Егет тәҙрәгә ҡарап, музыка тыңлап барғанда, бер оло ғына ҡатын уның яурынына ныҡ итеп төрттө лә: «Һиңә нисек оят түгел, һинең кеүек саҡта үҙемдән өлкәндәргә урын бирә торғайным», – тине. Уға икенсеһе ҡушылды: «Бына бит хәҙер йәштәр ниндәй, ауырыу, оло йәштәге кешеләр баҫып бара, ә улар, таҙа, һау-сәләмәт булһалар ҙа, йәйелеп ултырып баралар», – тип асыуланып егеткә ҡараны.
Ике-өс минуттан бөтә автобус тиерлек егеткә ташланды.
Егет был тиклем баҫымға түҙмәйенсә: «Яҡшы, мин торам, әммә был урынға, үҙ һүҙҙәре өсөн оят булмаған кеше ултырасаҡ», – тине.
Егет ҡалтырай-ҡалтырай ултырғыс аҫтынан нимәнелер алырға маташты, ә ул ҡултыҡ таяҡтары ине, уларға таянып урынынан торҙо.
Бөтәһенең дә иҫе китте. Берәү ҙә бит бындай нәмәне көтмәгәйне, хатта уйлап та ҡарамағайны. Ә теге ҡатын, юл буйына йәне көйөп, егеттең аяҡтарын ауырттырырға теләп, уларҙы ныҡ итеп тапаһа ла, егеттең ни өсөн быға иғтибар ҙа итмәгәнен хәҙер аңланы.
Һуңғы туҡталышҡа тиклем автобустағылар тып-тын барҙы.
Егет башҡаса ултырманы, нисек кенә ауыр булһа ла, таяҡтарына таянып, бар көсөн йыйып, тештәрен ҡыҫып түҙҙе. Ә тәҙрә эргәһендәге урын юл буйына буш торҙо.
Фото: YouTube