

*Йорт-фатирҙа ишек-тәҙрәләрҙе дауыл асмаҫлыҡ итеп, ныҡлы ябырға;
*Урманда, сауҡалыҡта булғанда, яңғыҙ ағас аҫтына йәшенергә ярамай, бигерәк тә ҡарағас менән имән йәшенде үҙенә тарта;
*Яланда булғанда, йәшендән һаҡланыу өсөн һай соҡорға баҫырға була;
*Машинала булғанда, туҡтап, йәшенле ямғыр үткәнде көтөп тороу хәйерле.
*Кемдер йәшендән зыян күрһә, уға беренсе ярҙам күрһәтергә ашығырға кәрәк. Йәшен һуҡҡан кешене, тиҙ генә кейемдәрен сисеп, яһалма һулыш алдыралар, нашатыр спирты еҫкәтәләр. Һушына килгәс, йөрәк дарыуы эсерәләр. Йәшен утына эләккән кешене мөмкин тиклем тиҙерәк табиптарға күрһәтергә, дауаханаға оҙатырға кәрәк.
Фото: karavantver.ru