«Зеленка»
Ҡыуаҡлыҡтарығыҙ һынһа, ҡабаҡта сыйылған урындар булһа, «зеленка» һөртөп ҡуйырға мөмкин. Ул сереүҙән һаҡлай.
Аш содаһы
Сода иретмәһе һипһәгеҙ, виноградығыҙҙың емеше тағы ла нығыраҡ балланыр. Ҡыяр ауырымаһын өсөн дә был иретмә менән эшкәртергә мөмкин.
Бор кислотаһы
Помидор теплицала эҫенән һулып ултырһа, борос, баклажан емешләнмәһә, ҡыярҙың уңышы әҙ булһа, бор кислотаһы иретмәһе һиптерәләр. 2 грамм кислотаны 500 мл эҫе һыуҙа иҙергә һәм шуға 10 литр һыу ҡушырға.
Глюкоза һәм B1 витамины
5 литр һыуҙа 5 мл глюкоза һәм 1 мл В1 витаминын иҙергә. Был шыйыҡсаны ике аҙна һайын гөлдәрегеҙгә һибеп торһағыҙ, улар үҫеп китер һәм һеҙҙе сәскәләре менән һөйөндөрөр.
Горчица оно
Лайлалы ҡусҡар булмаһын өсөн үҫемлектәр эргәһенә һибеп сығығыҙ. 10 литр һыуҙа 100 грамм порошокты иретеп, сәскә атҡандан һуң алмағастарҙы, грушаны эшкәртһәгеҙ, ҡорттары булмаҫ.
Марганцовка
Орлоҡтарҙы һәм бүлбеләрҙе ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн марганцовка иретмәһендә дезинфекциялайҙар (10 литр һыуға – бер ҡалаҡ марганцовка). Картуфты тишеүсе ҡорт булмаһын өсөн сәсер алдынан бүлбеләрҙе марганцовкалы һыуҙа тотоп алырға кәрәк.
Беткә ҡаршы шампунь
Бесәй, эттәрҙең бетенә ҡаршы шампунь менән тәҙрә төптәрен һөртһәгеҙ, гөлдәрегеҙгә башҡа үҫемлектәрҙән үлән бете йоҡмаҫ. Шырпының көкөртлө башын тупрағына ҡаҙап ҡуйһағыҙ ҙа, төрлө бөжәкте юҡҡа сығарыр.