+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән
13 Июня 2023, 07:00

Кейемдән үлән табын нисек бөтөрөргә?

Йәй көнө күп ваҡытыбыҙҙы саф һауала үткәрәбеҙ. Шуға күрә кейемдең бысраныуы, таптар барлыҡҡа килеүе ғәҙәти күренеш, айырыуса балаларҙыҡы. Шуларҙың, моғайын, иң ауыр йыуылғаны – йәшел үлән табылыр. Түбәндәге кәңәштәр нәҡ ошо осраҡ өсөн.

Кейемдән үлән табын нисек бөтөрөргә?Кейемдән үлән табын нисек бөтөрөргә?
Кейемдән үлән табын нисек бөтөрөргә?

Водород перекисы

Был шыйыҡса үлән табын аҡ кейемдән бик яҡшы бөтөрә. Ләкин шуны ла иҫкә алығыҙ, ул туҡыманы төҫһөҙләндерергә мөмкин, шуға ла төҫлө әйберҙәрҙә уны ҡулланмау яҡшыраҡ. Кейемде таҙартыр өсөн 100 миллитр һыуға 50 миллилитр перекись һалығыҙ. Шул иретмәне тапҡа тамыҙығыҙ һәм 10-15 минутҡа ҡалдырығыҙ. Унан һуң кейемде ғәҙәттәгесә йыуығыҙ.

Аш һеркәһе                        

100 миллитр һыуға бер аш ҡашығы аш һеркәһе һалығыҙ. Әйберҙе яҡынса 15 минут иретмәлә тотоғоҙ, йыуыр алдынан бысраҡ ерен ҡулығыҙ менән яҡшылап ышҡығыҙ. Был ысул аҡ һәм төҫлө әйберҙәр өсөн дә ярай, ти ул яңы барлыҡҡа килгән таптарҙы бөтөрөргә генә ярҙам итә.

Әсе һабын

Бындай һабын күп төрлө бысраҡ менән көрәшә ала. Әлбиттә, ул үлән таптарын да яҡшы ала: кейемде йылы һыу менән еүешләгеҙ һәм бысранған урынға мул итеп һабын һөртөгөҙ, 15-20 минутҡа ҡалдырығыҙ. Унан һуң ҡул менән йәки кер йыуыу  машинаһында әйләндерегеҙ.

Лимон кислотаһы

Бысраҡ туҡыманы йылы һыуҙа еүешләгеҙ ҙә кислотаны тапҡа һибегеҙ. 30-40 минуттан ышҡып йыуығыҙ. Һүҙ ыңғайы әйтеп китәйек, ҡул аҫтында кислота булмаһа, уны лимон һуты менән алыштырырға мөмкин. Иғтибарлы булығыҙ, лимон һәм лимон кислотаһы ағартыу үҙенсәлегенә эйә. Шуға күрә был ысул төҫлө кейемде боҙорға мөмкин.

Аш тоҙо

Бер аш ҡашығы тоҙ һәм бер стакан йылы һыуҙан иретмә әҙерләгеҙ. Шуны таплы ергә һөртөгөҙ ҙә, 15-20 минутҡа ҡалдырығыҙ. Унан һуң, кейемегеҙҙе кер йыуыу машинаһына оҙатығыҙ. Был ыҫул яңы таптар өсөн дә, иҫкеләре өсөн дә яраҡлы.

Фото: poleznii-site.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас