

Нәҙер ҡорбаны. Кем дә булһа берәй эше барып сыҡһын йә иһә берәй бәләнән ҡотолоу өсөн доға ҡылып, нәҙер ҡорбаны салырға ниәтләһә, был эш мотлаҡ рәүештә үтәлергә тейеш. Был ҡорбандың итен салған кеше, уның балалары һәм ата-әсәһе ашамай, тыйыла. Уны меҫкендәргә, етемдәргә таратыу бик сауаплы була.
Ғаҡиҡа ҡорбаны. Бала тыуғандан һуң Аллаһы Тәғәләгә шөкөр булараҡ салына. Ҡыҙ бала өсөн бер һарыҡ, ир бала өсөн ике һарыҡ салына.
Мәйет рухына бағышланған ҡорбан. Мәрхүм кеше исеменән салына, сауаптары уға барһын тип ниәт ҡылына.
Шөкөр ҡорбаны. Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә рәхмәт белдереү ғәмәле.
Яза һәм кәффарат ҡорбаны. Хаж һәм ғөмрә ҡылғанда берәй вәжиб ғәмәлде үтәмәгән йә иһә ихрам хәлен боҙған кеше был гонаһтан ҡотолоу өсөн ҡорбан сала.