+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән
20 Июня 2023, 08:00

24 июндә эш көнө буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдың 24 июнендә респпубликаның дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте етәкселәрен һәм белгестәрен эшкә йәлеп итеү хаҡындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Шәмбе көндө эшкә йәлеп ителгән документ нигеҙендә 27 июндә, шишәмбе көндө. Халыҡҡа ял көнө биреләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
24 июндә эш көнө буласаҡ24 июндә эш көнө буласаҡ
24 июндә эш көнө буласаҡ

Бойороҡ республика дәүләт органдары һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар етәкселәрен 24 июндә эшкә дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәрен һәм ведомство ҡарамағындағы ойошмалар хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү хаҡындағы тейешле ҡарар ҡабул итергә мәжбүр итә. Уларға шулай уҡ 27 июнь ял көнө биреләсәк.

Урындағы үҙидара органдары етәкселәренә муниципаль, хеҙмәткәрҙәргә ҡарата шундай уҡ ҡарар ҡабул итергә кәңәш ителә. Бынан тыш, 24 июндә республика эш биреүселәренә хеҙмәт коллективтарын эшкә йәлеп итеү тәҡдим ителә.

Иҫкәртеп китәбеҙ, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡоростан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 27 июндә өҫтәмә ял көнө Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссия тҡбәктәренең Х юбилей форумы саралары үткәреүгә бәйле рәүештә биреләсәк, тип аңлатты. Ә 28 июндә республикала Ҡорбан байрамы билдәләп үтеләсәк.

 

Автор:
Читайте нас