+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән
22 Июня 2023, 09:00

Йомортҡаны нисек һаҡларға?

Йомортҡаларҙы туңдырғыста һаҡлау өсөн бер нисә ысул тәҡдим итәбеҙ: *Ваҡ пакеттарға миксер менән болғатып, ҡайһыһына – бер, биш, ҡайһыһына ун итеп һалып, ҙур контейнерға тултырырға була. Ҡышҡыһын ҡайһыһы кәрәк, шуныһын алып ҡулланырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йомортҡаны нисек һаҡларға?Йомортҡаны нисек һаҡларға?
Йомортҡаны нисек һаҡларға?

*Шешәгә лә һалырға мөмкин. 1 литрлыһына туҡылған 21 йомортҡа керә. Соҡоп алған һайын шешәһен киҫергә мөмкин.

*Бәләкәс һауыттарға өсәрҙе һытып, болғатып туңдырһаң, туҡмас, мантый һәм башҡа ҡамырға бик һәйбәт була.

*Болғатып туңдырһаң бик уңайлы, сәк-сәк бик уңа. Бөтөн килеш туңдырһаң, һарыһы төйөрлө була. Шуға туҡырға кәрәк.

*Туңдырған йомортҡанан баҫҡан туҡмас та яҡшыраҡ сыға.?

Фото: Pinterest

Автор:
Читайте нас