

Ағастарҙың ыңғай энергияһы, йәғни ғалимдар фекеренсә, һәр береһенең, кешенеке кеүек биополеһы, аураһы, энергетик ағымы бар. Мәҫәлән, тирәк, саған, имән, дардар күҙәнәктәрҙең йәшәү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Кеше улар эргәһендә көс өҫтәлеүен, кәйефе күтәрелеүен тоя.
Муйыл, шыршы, ерек иһә ауырыу ағзаның эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итә.
Дауаланыу өсөн сирле һәм кәкреләрен түгел, ағастың төҙөн һәм йыуанын һайларға кәңәш ителә. Көнөнә ике-өс тапҡыр һөйәлеп торорға мөмкин. Аяҡтарҙы киреп баҫырға, арҡа һабағы менән һөйәлергә кәңәш ителә. Дендротерапия неврастения, остеохондроз, радикулит, бөйөр ауырыуҙарынан ҡотолорға ярҙам итә.
Тағы бер ысул бар. Тубыҡланып йәки ергә ултырып та ҡосаҡларға ярай. Ошондай хәлдә тороп, ашҡаҙан аҫты биҙе, ашҡаҙан, бауыр, үпкә, йөрәк һәм эсәк сирҙәренән арынырға мөмкин.
Фото: ru.freepik.com