Ҡарт, аптырап:
– Сәбәбе шул ғынамы? – тип һораған.
– Эйе, тик минең ғаиләһенә ваҡыт бүлмәгән, көн һайын һуңға ҡалып ҡайта торған ир менән йәшәгем килмәй.
– Айырылышҡың килһә, һеҙҙе айырырмын. Тик бер шартым бар. Өйөңә ҡайт та, ҙур итеп икмәк бешер һәм уны миңә алып кил. Тик һыу, йомортҡа, он, май, тоҙ кеүек ризыҡтарҙы күршеләреңдән һорап ал. Ни өсөн икмәк бешереүеңде барыһына ла тәфсирләп һөйлә, – тигән аҡыл эйәһе.
Ҡатын өйөнә ҡайтҡан да, эшкә тотонған. Иң беренсе күршеһенә һыу һорап ингән. Быға уныһы бик аптыраған. Нимә өсөн һыу кәрәклеген, хәлде бәйнә-бәйнә һөйләп биргән.
– Эх, һин минең иремдең ниндәй икәнлеген белмәйһең әле! – тип зарланырға тотонған күршеһе. Икенсе ҡатын да, өсөнсөһө лә ирҙәренән ҡәнәғәт булмауҙарын белдергән.
Икмәк бешерергә кәрәкле булған ризыҡтарҙы йыйып бөткәс, тәмле итеп икмәк бешергән дә, ҡатын аҡыл эйәһенә алып киткән.
– Бына һинең шартыңды үтәнем, икмәк менән ғаиләңде һыйла. Ләкин минең иремдән айырылғым килмәй, – тип икмәкте һонған.
– Ни булды, ҡыҙым? Ниңә кире уйланың? – тип хәйләкәр генә һораған ҡарт.
– Минең ирем иң яҡшыһы икән! – тип яуаплаған ҡатын.