+11 °С
Ясно
Төрлөһөнән
10 Июля 2023, 08:00

Ауырыуҙан шифа табыу өсөн доға

Ауырыу кеше, был хасталыҡтан ҡотолоу өсөн ваҡытты һуҙмайса, табибҡа барырға тейеш. Табиб әйткәндәрҙе үтәгәндә доғанан да файҙаланырға мөмкин, башҡа кешенән дә уҡыта ала. Тәһәрәтле хәлдә башта “Фәтихә” сүрәһе, шифа аяттары уҡылыр. Был аяттар түбәндәгеләр:

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауырыуҙан шифа табыу өсөн доғаАуырыуҙан шифа табыу өсөн доға
Ауырыуҙан шифа табыу өсөн доға

“Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
Үә йәшфи судуура ҡаумин мүъмининә үә йуҙһиб ғайҙа ҡулүүбиһим”.
(Аллаһ мөьмин ҡәүеменең күкрәкләренә шифа бирер, күңелдәрендәге үс алыу һәм дошманлыҡ тойғоларын бөтөрөр). (Тәүбә сүрәһе 14-15 аяттары)

“Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим. Йә әййүһән-нәәсү ҡад җә әткүм мәүғиҙәтүн мин Раббикум үә шифәә΄ү лимәә фис-судуури үә һүдән үә рәхмәтәл-лил-мүъминиин.”
(Эй, кешеләр! Инде Һезгә Раббығыҙҙан бер нәсихәт һәм йөрәктәрҙәге ауырлыҡтарға бер шифа, мөьминдәр өсөн бер һиҙәйәт һәм рәхмәт килгәндер.) (Йуныс сүрәһенең 57-се аяты)

“Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим.
Үә нүнәззилү минәл-Ҡуръәни мә һувә шифәүн вә рахмәтул-лиль-му.минин”.
(Беҙ “Ҡөрьән”дә мөьминдәр өсөн шифа һәм рәхмәт булған аяттар индерәбеҙ). (Исра сүрәһенең 82-се аяты)

“Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим. Үә иҙә мәридту фәһүә йәшфиин”.
(Ауырған ваҡытта миңә Аллаһ шифа бирер). (Шуғара,80)

“Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Ҡуль һүвә лилләәҙиинә әмәнүү һүдән үә шифәә”.
(Әйт ки, Ул (Ҡөрьән) инанғандар өсөн һиҙәйәт һәм шифалыр.) (Фуссиләт сүрәһенең 44-се аяты)

“Аллааһүммә Раббән-нәәси әҙһибил-бәъсә ишфи әнтәш-шәәфи ләә шифәәъән илләә шифәә΄үк. Шифәә΄ән ләә йүғадиру сәҡамән. Аллааһүммә ишфи ғәбдәкә йәнкә ләкә ғәдүвән әү йәмшии ләкә иләә саләәһ.” (Әбу Дауд: Тайб хәдис 3883; Җәнаиз, хәдис 3107).
(Аллаһым! Эй, инсандарҙың Раббаһы! Ауырыуҙы юҡ итеүсе! Ауырыуҙы бөтөрөүсе шифа бир. Шифа биргән бары тик Һин генә. Һинән башҡа шифа бирәсәк бер кем дә юҡтыр. Аллаһым! Шул ҡолыңа шифа бир ки, Һинең дошманыңа зарар бирһен йәки Һинең ризалығыңды ҡаҙаныу өсөн намаҙ ҡылып йөрөһөн).

“Бисмилләәһи әрҡыыкә мин күлли шәй΄ин йүъҙиикә мин шәрри күлли нәфсин әү ғәйнин хәәсид. Аллааһүммә йәшфиикә, бисмилләәһи әрҡыыкә.”
(Һиңә ҡайғы, язаланыу биргән һәр көнләшкән нәфсенән йәки күҙ тейеүҙән Аллаһтың исеме менән Һиңә шифа теләйем. Аллаһ Һиңә шифа бирһен. Аллаһтың исеме менән Һиңә шифа теләйем).

Автор:
Читайте нас