+11 °С
Ясно
Төрлөһөнән
15 Июля 2023, 06:00

Һабын ҡайнатып ҡарайыҡ!

Өй шарттарында һабын яһау артыҡ ҡыйын да, оҙаҡ та түгел. Ярты сәғәт ваҡыт, саҡ ҡына сабырлыҡ һәм хуш еҫле матур һабын киҫәге әҙер! Өйрәнеү өсөн тәүҙә балалар һабыны нигеҙендә эшләп ҡарағыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һабын ҡайнатып ҡарайыҡ!Һабын ҡайнатып ҡарайыҡ!
Һабын ҡайнатып ҡарайыҡ!
Бының өсөн беҙгә кәрәк буласаҡ:
 
*балалар һабыны (бер ниндәй ҙә ҡатнашмаһыҙ булһа яҡшыраҡ);
*шыйыҡса (һөт йә һыу менән дә иретергә мөмкин, әммә һыу менән яһалған һабын һуңынан тирене үтә ныҡ ҡоротоуы ихтимал, шуның өсөн дә һөт менән иретеү отошлораҡ);
*хуш еҫле эфир майы йә ароматизатор;
*буяу;
*һабын иретеү өсөн һауыт;
*ҡырғыс;
*һабын өсөн форма (махсус кибеттәрҙә силикон йә пластик формалар һатыла, әммә бының өсөн башҡа нәмәләрҙе лә яраштырырға була, мәҫәлән, буш майонез йә башҡа берәй аҙыҡ-түлек һауытын, кәрәк­мәгән уйынсыҡҡа ла ҡо­йорға мөмкин, тик быяла йә тимер һауыттан алыуы ауыр буласаҡ);
*спирт.
 
Эште башлайбыҙ
 
1. Һабынын ҡыр­ғыс менән ҡырабыҙ. Һабын артыҡ ҡаты һәм уны ҡырыуы еңел түгел икән, бер аҙ йомшартып алыу кәрәк. Бындай саҡта уны микротулҡынлы мейескә һалып йылытырға була.
2. Ҡырғыстан үткән юныс­ҡыға 1/1 күләмендә һөт ҡоябыҙ.
3. Хәҙер был ҡатнашманы иретәбеҙ – икенсе берәй ҙурыраҡ һауытҡа һыу ҡо­йоп, ҡайнау хәленә еткергәс, һауыт эсенә һабынлы һауытыбыҙҙы ҡуябыҙ. Юнысҡы тиҙерәк иреһен өсөн, болғап тороу кәрәк.
4. Ҡатнашманың төйөрҙәре иреп бөткәс, уттан алабыҙ.
5. Хәҙер ҡатнашманы матур төҫкә буяйыҡ. Торт-фәлән бешергәндә ҡулланылған тәби­ғи буяу булырға мөмкин. Бер нисә тамсы етә.
Теләгегеҙ булһа, май өҫ­тәргә була. Дарыуханаларҙа йә махсус кибеттәрҙә виноград төшө, пальма, бойҙай шытымдарынан һ.б. һығып яһалған майҙар һатыла.
6. Төҫлө ҡатнашмаға хуш еҫ тә өҫтәйек. Эфир майҙа­рын һәр дарыуханала һатып алырға мөмкин. Шыршы (пихта) майы бер нисә тамсы тамыҙырға була Күп ҡойһағыҙ, һабынығыҙ үтә ҡырҡыу еҫле булыр.
7. Яҡшылап болғатҡас, хуш еҫле ҡатнашманы формаға ҡоябыҙ.
8. Һабын өҫтөндәге ҡыуыҡ­тарҙы бөтөрөү өсөн, спирт бөркәбеҙ (дарыухананан ҡырмыҫҡа спирты алырға мөмкин, ә бөркөү өсөн буш дарыу һауытын ҡулланығыҙ).
9. Һабын әҙер, хәҙер уны һалҡын урынға ҡуйып тороу кәрәк. Һыуытҡыста тиҙерәк ҡатыр. Ҡатҡас, форманан сығарабыҙ һәм рәхәтләнеп файҙаланабыҙ.
 
Һабынды махсус һабын нигеҙенән дә эшләйҙәр. Ул махсус кибеттәрҙә һа­тыла, Интернет аша яҙҙы­рып алырға ла мөмкин. Ваҡ киҫәктәргә турағас, микротулҡынлы мейестә ул 1-2 минутта ирей. Мейесте мин 350-400 ватт ҡеүәтенә ҡуйырға. Артабан ­ин­де өйрәнгәнсә эш итә­беҙ: үҙегеҙ теләгән май, буяу йә төҫ ҡушып болға­тыр­ғ­а һәм ҡатнашманы фор­­маға ҡойоп ҡатырырға.
 
Бындай һабындарҙы аҙыҡ пленкаһына урап һа­лырға кәрәк. Был уны сыйылыуҙан, йәмшәйеүҙән һаҡлар. Һабын тик тәбиғи ҡатнашмаларҙан яһалғас, уны тиҙ арала файҙаланыу хәйерле. Оҙаҡ һаҡлаһағыҙ, еҫе, төҫө үҙгәреүе ихтимал.
 
Фото: letsgophotos.ru
 
 
Автор:
Читайте нас