+11 °С
Ясно
Төрлөһөнән
17 Июля 2023, 11:00

Порошокмы, әллә гельмы?

Уларҙың ҡайһыһы керҙе яҡшыраҡ ағарта?

Добавить в предпочтительные источники Google
Порошокмы, әллә гельмы?Порошокмы, әллә гельмы?
Порошокмы, әллә гельмы?

Автомат машинала керҙе порошок менән йыуырғамы, әллә шыйыҡ йыуыу саралары яҡшыраҡмы? Магазинда уларҙың ҡайһыһын һайларға белмәй аптырап ҡалғанығыҙ барҙыр, моғайын. Хужабикәләр порошокты арзан булғаны өсөн ала. Ә ысынында гель оҙаҡ итеп тотонорға етә. Магазиндарҙа уларға ташламалар булып тора, шул ваҡытта алып, һынап ҡарарға мөмкин. Гель ҡулланыу өсөн уңайлы, ул йылымыс һыуҙа тиҙ  ваҡытта ла яҡшы йыуа.
Гель керҙәрҙә эҙ ҡалдырмайынса тиҙ генә йыуылып бөтә. Шуға куртка, башҡа өҫ кейемдәрен йыуғанда улар бик уңайлы. Ныҡ бысраған, күп тапҡыр кейелгән кейемдәрҙе юғары температурала йыуырға тура килә, был осраҡта порошок һалыу яҡшыраҡ.

Фото: dzen.ru

 

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас