

Ҡояш байығас та әтәс ҡысҡырһа, көн аяҙ булыр.
Ямғыр яуғанда әтәс ҡысҡырһа – ямғыр туҡтауға.
Әтәс ваҡытһыҙ ҡысҡырһа, яуым-төшөм булыр.
Тауыҡтар бер яҡҡа ҡарап ултырһа, аяҙыта.
Тауыҡтар оҙаҡ йоҡламаһа, ямғыр яуа.
Ҡаҙҙар һыуҙа сумып-сумып уйнаһа – ямғырға.
Ҡаҙ тешен шыҡылдатһа, боҙ-борсаҡ яуыр.
Ямғыр алдынан күркәләр ерҙә аунар, ҡағыныр.
Ямғыр яуаһы, көн боҙолаһы булһа, ҡош-ҡорт һыу өҫтөндә йәйәү йүгерер.
Фото: letsgophotos.ru