

*Йомортҡаның һарыһы яҡшылап күперһен өсөн уны йылы урында тотоп алырға һәм әҙ генә шәкәр ҡушырға кәрәк.
*Омлет ҡабарып торһон өсөн уны әҙерләгәндә барлыҡ ингредиенттар янына бер семтем сода ҡушығыҙ.
*Йомортҡаны түңәрәк килеш бешергәндә лә һыуға бер аҙ сәй содаһы һалһағыҙ, йомортҡалар тиҙ һәм еңел әрселер.
*Һыуытҡыста йомортҡаларҙы осло яғы менән аҫҡа ҡаратып тотһағыҙ, улар оҙағыраҡ һаҡланыр.
Фото: krasivoe-foto.ru