

Һәүәҫкәр баҡсасылар һарымһаҡ һабағын 15 сантиметр оҙонлоҡта ҡалдырып киҫеп, 10-15-әрләп бәйләп көндәр һалҡынайтҡансы һарайға элә. Ҡышҡа ла шул килеш баҙға элеп ҡуйырға мөмкин.
Һарымһаҡты 3 литрлы банкаларға тултырып ҡуйырға ла була. Ҡапҡасын япмаһаң, банкала ул серемәй, кипмәй, киләһе уңышҡа ҡәҙәр яҡшы торасаҡ. Өҫтөн сепрәк менән ябып, ҡараңғыраҡ урынға ҡуйһаң тағы ла яҡшы.
Ҡайһы бер хужабикәләр билдәләүенсә, һарымһаҡ оҙаҡ һәм яҡшы һаҡланһын тиһәң, уларҙы банкаға тоҙ менән аралаштырып тултырырға кәрәк.
Фото:ivd.ru