

Исем алмаштырыу тыйылмаған. Әгәр бәрәкәткә ирешеү өсөн эшләнгән ғәмәл булһа, был хуп күренеш һанала. Рөхсәт ителә.
Әгәр һеҙҙең исемегеҙ бераллалыҡҡа ҡаршы килмәй икән, исем алмаштырыу мәжбүри түгел.
Ниндәй исемдәр ярамай?
Мәҫәлән, Аврора, Ника һәм башҡалар.
Исламда бер нисә исем менән йөрөргә рөхсәт ителә. Әгәр исемегеҙ Александар булып, исем алмаштырғас та таныштарығыҙ һеҙҙе Саша тип йөрөтә икән, проблема ла, гонаһ та юҡ.
Фото: twitter.com