-4 °С
Облачно
Төрлөһөнән
11 Августа 2023, 05:00

Иң уңышлы көн

Динебеҙ көндәрҙе «яҡшы» һәм «яман»ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла – Аллаһы Тәғәлә ҡулында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң уңышлы көнИң уңышлы көн
Иң уңышлы көн

Ошо ваҡытта бер хикәйәт иҫкә төшә.

Бер мәл уҡыусы остазынан һораған:

– Зинһар, әйтегеҙ әле, яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы икән?

Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған.

- Шаршамбы.., – тигән ул.

Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрҙәрен асып, был һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.

- Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.

- Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...

- Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?

- Кесаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.

«Әҙәм балаһы Раббыбыҙға һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зарлана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул», – тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Шул уҡ ваҡытта Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләмдең: «Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма», – тигән һүҙҙәрен онотмау зарур.

Гөлназ Шәйхетдинова.

Фото: artufa2016.vsite.biz

Автор:
Читайте нас