+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
13 Августа 2023, 05:00

НИСӘ ДУҪЫҢ БУЛҺА

Оҙаҡ йылдар йәшәгән бабайҙың үлем сәғәте яҡынлашҡан. Тик бер ҙә үлгеһе килмәй ти ҡарттың, һаман да донъяға ике ҡуллап йәбешеп ята. Көндәрҙән бер көндө Хоҙайҙан ғүмерен тағы ла оҙатыуын һораған:– Эй Хоҙайым, был донъяла күп йәшәнем инде. Һиңә мең-мең рәхмәт инде,

Добавить в предпочтительные источники Google
НИСӘ ДУҪЫҢ БУЛҺАНИСӘ ДУҪЫҢ БУЛҺА
НИСӘ ДУҪЫҢ БУЛҺА

Раббыҡайым. Шулай ҙа тағы бер аҙ йәшәге килә бит? – тип ялбара башлаған.
Хоҙай уның һүҙҙәрен ишеткән:
– Һин, әҙәм аҡтығы, тағы күпме йәшәргә уйлайһың?..
– Ошо ағаста күпме япраҡ булһа, шул хәтле йәшәр инем, – тигән ҡарт.
– Бик оҙаҡ була бит ул.
– Улайһа, үҙем ҡарап үҫтергән алмағастың нисә алмаһы булһа, шул хәтле йәшәр инем, – тигән ҡарт.
– Улай ҙа бик оҙаҡ була. Мин һиңә ошо донъяла нисә дуҫың бар, шул хәтле йәшәргә рөхсәт итәм.
– Дуҫтарым юҡ шул, – тигән ҡарт, башын түбән эйеп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.

Л. РАЯНОВА.

Автор:
Читайте нас