-5 °С
Ясно
Төрлөһөнән
17 Августа 2023, 04:00

"АҘЫҠТЫҢ ӨЛӨШӨН ГЕНӘ ҺАЛЫР ИНЕМ..."

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти.“Ни эшләргә: телмәр тоторғамы, юҡмы?” – тип уйға ҡалған диндар. Ахырҙа егеттең үҙенә мөрәжәғәт иткән:

Добавить в предпочтительные источники Google
"АҘЫҠТЫҢ ӨЛӨШӨН ГЕНӘ ҺАЛЫР ИНЕМ...""АҘЫҠТЫҢ ӨЛӨШӨН ГЕНӘ ҺАЛЫР ИНЕМ..."
"АҘЫҠТЫҢ ӨЛӨШӨН ГЕНӘ ҺАЛЫР ИНЕМ..."

– Яңғыҙыңа вәғәз һөйләргә кәрәкме икән – нисек уйлайһың?
– Әлләсе, – тип яурынын һелкеткән көтөүсе. – Мин – ябай эшсе, ундай мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем. Әммә шуны әйтә алам: һарайҙа малдарҙың береһе генә ҡалған хәлдә, уны аҙыҡһыҙ тотмаҫ, ашарына бирер инем.
Был һүҙҙәрҙе йөрәгенә яҡын алған имам-хатип ихласлап вәғәз һөйләй башлаған. Ике сәғәт тирәһе телмәр тотҡас, еңел тын алып ҡуйған:
– Нисек, оҡшанымы һөйләгәнем?
– Дини мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем, тигәйнем инде. Әммә шуны әйтә алам: яңғыҙ малды ашатҡан хәлдә лә, уға барыһы өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡты бирмәҫ, ә бер өлөштө генә һалыр инем...

(И.Ҡорманова әҙерләне).

Автор:
Читайте нас