Түтәленә серетмә, көл кертеп ҡаҙып әҙерләп куйығыҙ. Сүптәрҙән, тамырҙарҙан таҙартығыҙ. Әҙер түтәлде пленка менән ҡаплап ҡуйығыҙ. Орлоҡ өҫтөнә һибәһе тупраҡты хәҙер бына ҡоро ваҡытта алып ҡалығыҙ. Ул йылыла торорға тейеш. Температура -2 була башлағас,орлоҡто сәсергә була. Ҡуйы итеп сәсегеҙ. Сөнки нисек тишеләһен белеп булмай. Сәскәс орлоҡ өҫтөнә йылыла торған тупрағығыҙҙы һибеп сығағыҙ. Ерен бер аҙ тығыҙлап ҡуйығыҙ һәм өҫтөнә шыршы ботаҡтары һалығыҙ.