+3 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Августа 2023, 07:00

Августың һуңғы туғыҙ көнөнә халыҡ һынамыштары

23 августа йылға – күлдәр өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Августың һуңғы туғыҙ көнөнә халыҡ һынамыштарыАвгустың һуңғы туғыҙ көнөнә халыҡ һынамыштары
Августың һуңғы туғыҙ көнөнә халыҡ һынамыштары

24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр.
Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр.
26 августа төнө буйы ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә.
27 августа йомшаҡ ел иҫһә – аяҙ көнгә. Ел көслө булһа, сентябрь һалҡын һәм ямғырлы килер.
28 августа көн матур торһа, 13-21 сентябрҙә ямғырлы булыр.
29 августа торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, 14 октябргә һалҡын булыр.
30 августа сәтләүек уңышы мул булһа, киләһе йыл арыш уңыр.
31 августа аяҙ булһа, сентябрҙең беренсе аҙнаһы ямғырлы булыр.

Сығанаҡ: vk.com

Фото: masyamba.ru

Автор:
Читайте нас