Ә беҙ һеҙгә тағы бер ысул тәҡдим итмәксебеҙ. Ҡышҡа әҙерләгән кишерҙе яҡшылап йыуып, төптәрен ҡырҡып, сепрәккә һалып киптерәһең. Аҙаҡ целлофан тоҡсайҙарға һалып, һауа инмәҫлек итеп баштарын бәйләйһең дә, ҡағыҙ йәшниктәргә тултырып, баҙға ҡуяһың.
Әйтелгән кәңәште теүәл үтәһәгеҙ, ҡыш буйы яңы ҡаҙып алған кеүек кетерләп кенә торған кишер ашарһығыҙ. Шулай уҡ был йәшелсәне ҡырғыстан үткәрһәң, йә төрлөсә тураҡлаһаң, кәрәк ваҡытта алып файҙаланыу бик уңайлы булыр.