+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән
1 Сентября 2023, 05:00

Сентябргә һынамыштар

* Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын килер.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сентябргә һынамыштарСентябргә һынамыштар
Сентябргә һынамыштар

* Сентябрь – уңыш айы, туҡлыҡ айы.

* Был айҙа ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.
* Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
* 18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.
* Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғайһа – һуң килер.
* 28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр.
* Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.

Сентябрҙе халыҡта “алтын ай” тиҙəр. Ағас япраҡтары һарғая, ай урталарынан япраҡ ҡойондары башлана. Урмандарҙа күплəп бəшмəктəр үҫə.
Күсер ҡоштар көньяҡҡа юллана. Торна туптары, кейек ҡаҙҙар, өсмөйөшлө сылбырға теҙелеп, йылы яҡҡа оса. Бөжəктəр ҙə аулаҡ урындарға: ағас ҡабығы аҫтына, тупраҡ араһына ҡаса. Ярғанаттар өңдəренə йəшеренə. Ҡырағай януарҙар ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы хəстəрлəй. Балыҡтар, күмəк йыйылып, йылға-күлдəрҙең тəрəнерəк урындарына йөҙə. Бағры ыуылдырыҡ сəсə.

Е.Кучеров

Фото: wozap.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас