+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән
1 Октября 2023, 05:00

Октябргә һынамыштар

“Октябрҙә төшкә тиклем көҙ, ә төштән һуң ҡыш”, – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Халыҡ һынамыштары ла һауа торошоноң ниндәй буласағын, ҡышын, яҙын һәм йәйен ни көтөргә кәрәклеген әйтеп торасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Октябргә һынамыштарОктябргә һынамыштар
Октябргә һынамыштар

Октябрь – көҙҙөң икенсе айы. Был айҙа ағастар төрлө буяуҙарға буялып, япраҡтарын ҡоя башлай. Көндәр ҡыҫҡара, һауала һалҡынлыҡ еҫе килә.

Йылы октябрь – һалҡын ҡышҡа.     

Көслө һәм дауамлы һалҡындар – ҡышҡы һалҡындарға.

Октябрҙә һалҡындар ниндәй көндә башлана, киләһе йылдың апрелендә шул уҡ көндө тәүге йылы көндәр буласаҡ.

Октябрь айында ҡайһы көндә ҡар яуасаҡ,апрелдең шул көнөндә яҙ башланасаҡ.

Беренсе ҡар ысын ҡышҡа тиклем ҡырҡ көн ҡала төшә.

Япраҡтар тиҙ ҡойолһа – ҡыш һыуыҡ буласаҡ, ә йәшел булып ағаста ҡалһа – ҡыш оҙаҡ була.

Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ – япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятасаҡ.

 Фото: lovestardolll.blogspot.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас