

Беренсенән, әлбиттә, аҡса. Бик яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булмаған кеше ҡулынан аҡса алыуҙан айырыуса һаҡ булығыҙ. Ҡулдан-ҡулға бирелгән аҡса аша негатив күсергә мөмкин. Кире алмайынса ҡалдырғы килмәй әлбиттә. Бының өсөн кешенән уны ҡайҙалыр ҡуйыуын һорарға була. Мәҫәлән, өҫтәлгә, ултырғысҡа.
Балдаҡ-йөҙөктәр менән дә һаҡ булығыҙ. Кемдер һеҙгә үҙенең йөҙөгөн кейеп ҡарарға тәҡдим итә икән, риза булмағыҙ. Биҙәнгестәр аша кешенең проблемалары һеҙгә күсергә мөмкин, ти им-томсолар.
Кемдеңдер ҡулынан киҫә торған әйбер алған кеше үҙенең һөйгәне менән мөнәсәбәттәрен “киҫеп” ҡуя икән, имеш. Шуға кеше ҡулынан бысаҡ, ҡайсы кеүек әйберҙәр алмаҫҡа тырышығыҙ.
Һуған – күҙ йәштәре билгеһе. Кемдеңдер ҡулынан һуған алыу уның күҙ йәштәрен, күңелһеҙлектәрен алыу менән сағыштырыла, имеш...
Фото: alhadath.net