-4 °С
Облачно
Төрлөһөнән
5 Октября 2023, 07:00

Октябрҙә баҡса эштәре

Октябрь айы – һыуыҡтар төшөр алдынан барлыҡ баҡса эштәрен теүәлләп ҡуйыу ваҡыты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Октябрҙә баҡса эштәреОктябрҙә баҡса эштәре
Октябрҙә баҡса эштәре

*Ерҙән япраҡтар, ҡойолған емештәрҙе йыйығыҙ.

*Ағастарҙы фосфор-калийлы ашлама менән туҡландырығыҙ.

*Емеш ағастарының йәш үҫентеләрен сәсеү өсөн соҡорҙар әҙерләп ҡуйығыҙ. 

*Ҡурай еләге ботаҡтарын ергә эйегеҙ – улар ҡар юрғаны аҫтында ҡыш сығырға тейеш.

*Ауырыу ботаҡтарҙы йыйып яндырығыҙ.

*Һуңғы йәшелсәләрҙе йыйырға ваҡыт.

*Түтәлдәрҙе ҡаҙып сығып, ашлама индерегеҙ.

*Теплицаға дезинфекция үткәрегеҙ.

*Ҡышҡылыҡҡа кишер, петрушка, укроп сәсеп ҡалдырырға була.

*Компост әҙерләп, өҫтөн ябып ҡуйығыҙ.

*Бер йыллыҡ сәскәләрҙе лә сәсергә мөмкин.

Фото: yandex.ru.

Лилиә Фазлетдинова.
Автор:
Читайте нас