

*Ҡайһы бер кешеләр болот кеүек. Улар киткәс, донъя яҡтыра.
*Мин үҙ-үҙем менән һөйләшәм. Ҡайсағында аҡыллы кеше кәңәше кәрәк бит.
*Тәбиғәт беҙгә дүшәмбене ял көндәрендә ҡылған ғәмәлдәребеҙ өсөн яза итеп биргән.
*Төнөн ашау зыянлы булғас, һыуытҡыс эсендә ниңә ут яна һуң?
*Киләсәк ни тиклем йыраҡ булһа, шул ҡәҙәр матурыраҡ күренә.
*Тәбиғәт ерҙәге бар тереклекте яратҡан, ә ҡалғаны Ҡытайҙа эшләнгән.