+7 °С
Облачно
Төрлөһөнән
19 Октября 2023, 04:00

Хоҙай ярҙамынан ташламаҫ

Ҡанаттарың әгәр ҡайырылһа,Ҡайғы-хәсрәт килһә башыңа,Йөрәгеңдән ҡайнар йәш тамһа ла,Ғорур баҫ һин яҙмыш ҡаршына!

Добавить в предпочтительные источники Google
Хоҙай ярҙамынан ташламаҫХоҙай ярҙамынан ташламаҫ
Хоҙай ярҙамынан ташламаҫ

Күңелдәрең һыҡтап илаһа ла,
Кисерһәң дә әгәр хыянат,
Насар уйҙарыңды ситкә ташла,
Ғүмҽр - Хоҙай биргән васыят!

Яҡшы кәңәш биреүселәр бик аҙ,
Бик күптәре көлөп үтерҙәр.
Ә күптәрҽ шунан ләззәт табып,
Яраңа тоҙ һибеп китҽрҙәр…

Яҡын дуҫтар йөҙ сырайтһа әгәр,
Онотһалар һинең барлыҡты,
Асыуланма, барыһы ла үтер,
Бирһен генә Хоҙай һаулыҡты!

Кешеләрҙән таяныс эҙләмә,
Хаҡ һорарҙар, бер кем иш булмаҫ.
Башың эйеп, доға ҡылып һора,
Хоҙай ярҙамынан ташламаҫ!

Айҙар ХӘЛИУЛЛИН.

Фото: sunhome.ru

Автор:
Читайте нас