+12 °С
Ясно
Төрлөһөнән
10 Ноября 2023, 11:00

Һуң йоҡларға ятмағыҙ!

Һуң йоҡларға ятҡанда баш ял итеп өлгөрмәй. Сөнки мейе киске 9-ҙан төнгө 1-гә тиклем әүҙем ял итә. Әгәр ҙә төнгө 12-нән һуң ятһағыҙ, арыу яйлап йыйылып, фекерләү ҡеүәһе кәмей барасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуң йоҡларға ятмағыҙ!Һуң йоҡларға ятмағыҙ!
Һуң йоҡларға ятмағыҙ!

Әгәр ҙә киске 11-ҙән төнгө 1-гә тиклемйоҡламаһағыҙ, йәшәү көсө шулай уҡ кәмейәсәк. Нерв системаһы боҙолорға ла мөмкин. Уның беренсе билдәһе – хәлһеҙлек. Икенсеһе – йөҙөгөҙ һулыуы. Сөнки йоҡо матурлыҡты һаҡлауҙың төп ысулдарының береһе, тап серем ирткән саҡта күҙәнәктәр яңыра. Йоҡо туймау хроник арыуға килтерә, организмдағы эске көсөргәнеш арта.

Йоҡоға аҙ ваҡыт бүлеү һөҙөмтәһендә иммунитет ҡаҡшай. Барыһы ла ябай һәм аңлайышлы: төндә организм көс йыя, ҡаҡшаған күҙәнәктәр тергеҙелә. Йыш йоҡо туймау киҙеү, һыуыҡ тейеү сирҙәренә тарыу хәүефен өс тапҡырға арттыра. Ололарға үҙен сәләмәт тойоу өсөн 7-8 сәғәт йоҡлау кәрәк.
 
Төнгө йоҡо мәлендә тире күҙәнәктәре алмашына, ҡан ағышы яҡшыра, уның һөҙөмтәһендә организм кислород һәм аминокислоталар менән туйына. 8 сәғәттән дә кәм булмаған йоҡо мәлендә биттәге, муйындағы йыйырсыҡтар тигеҙләнә, тиренең төҫө яҡшыра. Тимәк, матур булыу өсөн йоҡо туйҙырыу ҙа файҙалы.
 
Фото: foto-ram.ru
Автор:
Читайте нас