+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән
30 Ноября 2023, 12:00

Декабрь ниндәй булыр?

Алдан фаразлағайнылар инде: сағыштырмаса йылы буласаҡ. Ҡар ноябрь аҙағында, декабрь башында ныҡлап ятасаҡ. Шулайыраҡ булды ла.  Элекке кеүек ҡаты һыуыҡтарҙы оноторға ла ваҡыт.

Добавить в предпочтительные источники Google
Декабрь ниндәй булыр?Декабрь ниндәй булыр?
Декабрь ниндәй булыр?

Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд, 2023/2024 йылдың ҡыш миҙгеле башлыса норманан юғарыраҡ булыуы ихтимал, ти. Декабрь ҙә шулайыраҡ. Былтыр нисек булғанын хәтерләйһегеҙме? Үәт, шунан йылырағын көтөгөҙ. Барыбер урыны менән 15 – 20 градуслыҡ һыуыҡтар фаразлана әле ул. Тик урынын теүәл әйтмәйҙәр генә.

Ҡыҙыҡ: ҡыш ҡайһы бер төбәктәрҙә 10 – 12 көнгә ҡыҫҡара икән. Был климаттың үҙгәрешенә бәйле.

Фото: photocentra.ru

Автор:
Читайте нас