

*Тоҙланған помидор, ҡыяр банкаһын асҡас, әле ашалып бөтмәгән йәшелсәләр бер аҙҙан бәҫләнеп, күгәрә башламаһын өсөн, тоҙланған һыуға бер аҙ гәрсис һалығыҙ. Уларҙың төҫө асылып китер һәм оҙаҡ боҙолмай һаҡланыр.
*Эсе ҡарайған алюмин һауытҡа һеркәле һыу һалып ҡайнатһағыҙ, ул тиҙ генә таҙарыр.
*Әгәр гөл һауытындағы тупраҡ артыҡ кибеп, ярғыланып бөтһә, уға аҙ ғына бысҡы онтағы йә ҡом һалығыҙ.
Фото: topmood.ru