

Исламда яңы көн ҡояш байыу менән, йәғни, аҡшамдан башлана - календар тәүлек бөтөп өлгөрмәгән була. Аҙнаның дүртенсе көнөндә ҡояш байыу менән йома башланып өлгөрә, шуға ла халыҡ уны кесаҙна йәки кесе йома тип атаған. "Йома" һәм "аҙна" һүҙҙәре синоним булараҡ та билдәле, шуға күрә кесаҙна ла, кесе йома ла бер үк мәғәнәле һүҙҙәр булып тора.
Был көндөң кисендә йома көнөнә ҡағылышлы ҡағиҙәләр үтәлә.
Фото: ishkildina.ucoz.net