

Бөжәктәр уның еҫен яратмай икән. Йортта был үҫемлек һаҡланған осраҡта, биналағы һауаны һулауы ла рәхәт, тәмле еҫе лә бар.
Фатирҙа үрмәксе ауы күрһәгеҙ, бөтнөктөң эфир майына һыу ҡушып (0,5 литр һыуға 10 тамсы эфир майы), бинала ошо иретмәне һиптерергә мөмкин. Үрмәксене ҡул менән алырға кәрәк. Һәм ҡул һирәк тейә торған урындарҙы, шул иҫәптә мебельдең, батареяның артын һәйбәтләп йыуырға кәрәк. Шулай уҡ тәҙрә, ишек, плинтустарҙы яҡшылап тикшереп сығыу ҡамасауламаҫ, бөжәктәр йәшәргә айырыуса яратҡан урындарҙы һылап ҡуйырға кәңәш ителә. Йәбешкәк ауҙар һәм махсус аэрозолдәрҙе дә ҡулланырға була.
Фото: lenta.ru