

Ҡалын ҡабыҡлы был картуф башҡа төрҙәренән айырмалы булараҡ, оҙағыраҡ һаҡлана. Башҡалары шытып сыҡҡанда ул әле ерҙән ҡаҙып алған һымаҡ ныҡлы була.
Составында крахмалы әҙерәк, шәкәр сирлеләргә ла ашарға рөхсәт ителә (әҙ күләмдә). Ашҡаҙанына ла ауырлыҡ килтермәй, аш һеңдереү системаһына ыңғай йоғонто яһай, эс ҡатыуҙан файҙалы.
Юғары ҡан баҫымын төшөрә (гипотония менән интегеүселәргә кәңәш ителмәй), инсульттты киҫәтеү сараһы булып тора. Ҡан тамырҙарын нығыта, күреү һәләтен яҡшырта. Ҡайһы бер онкологик ауырыуҙарҙы киҫәтә һәм организмдың картайыу процессын тотҡарлай.
Үҫтереү технологияһы шундай уҡ.
Фото: novyefoto.ru