

- Ул да булдымы үтенес, ярай, атай, үтәрмен, - тигән тегеһе.
Мәрхүмде ерләргә килгән мулла ойоҡто күреп ҡалып уны кисекмәҫтән һалдырыуҙы талап итә.
- Атайымдың һуңғы теләге ине бит әле, бәлки ҡалдырырбыҙ, ә?
- Ярамай!
Уртаҡ һүҙгә килә алмайҙар. Икенсе мулла ла, өсөнсөһө лә ошо уҡ талапты ҡуя. Башҡаса сара юҡ, үтәргә кәрәк. Ойоҡто систергән мәлдә унан ҡағыҙ киҫәге килеп төшкән һәм унда шундай һүҙҙәр яҙылған: “Бына күрҙеңме, улым, мин үҙем менән теге донъяға хатта иҫкергән ойоғомдо ла алып китә алмайым. Васыятым - күҙҙәрең тоноп байлыҡ туплама, аҡса артынан ҡыума, нәфсеңде ауыҙлыҡлап өйрән, ялған ләззәткә алданма, улым, һалҡын ялтырауыҡтарға ҡыҙыҡмай, буш шалтырауыҡтарға әүрәмәй изгелек сәсеп, ҡыуаныстар йыйып, барына шөкөр ҡылып көн итһәң кеше булып ҡалырһың".
Фото: aliexpress.ru