

- Яңы йылды ҡаршылау төрлө халыҡта ныҡ айырыла. Мәҫәлән, Боронғо Вавилонда байрам яҙ айына тура килгән. Был ваҡытта батша ярандары менән ҡаланан сығып китер булған һәм ҡала халҡы иркенләп байрам иткән, күңел асҡан.
- Яңы йыл төнөндә Италияла иҫке әйберҙәрҙән ҡотолоу ҡаралған. Уларҙы тәҙрә аша тышҡа ташлайҙар. Күберәк әйбер ташлаған һайын, Яңы йылда шул тиклем күберәк уңыш һәм байлыҡ киләсәк, тип ышаналар.
- X-XV быуаттарҙа Русь дәүләтендә Яңы йылды 1 мартта, 1348 йылдан һуң - 1 сентябрҙә ҡаршылағандар. Ә 1699 йылдан, Петр Беренсенең указына ярашлы, уны 1 ғинуарға күсергәндәр.
- Тере шыршылар ҡыуаныс һәм байрам рухы алып килеүҙән тыш, күңелһеҙ моменттар тыуҙырырға ла мөмкин. Ғалимдар билдәләүенсә, шыршыларҙа бәшмәктәр бар. Улар йылы өйҙә тиҙ үрсей һәм йүткереүгә, йоҡоһоҙлоҡҡа, һүлпәнлеккә, ауыр тын алыуға, хатта бронхит һәм пневмонияға килтергән саң-һеркәләр бүлеп сығара. Шуға күрә яһалма шыршы ҡуйыу күпкә отошлораҡ, ти белгестәр.
- "Ирония судьбы, йәки еңел быу менән" фильмын һәр йылдың һуңғы көнөндә 44 йылдан ашыу күрһәтәләр.
- Тибетта Яңы йыл алдынан бөйөрөк бешерәләр һәм үтеп барыусыларға тараталар. Киләһе йылда байлыҡтың күләме таратылған бөйөрөктәрҙең һанынан сығып билдәләнә, тип ышаналар.
- Бразилияла Яңы йыл табынының төп ашамлығы яҫмыҡтан (чечевица) бешерелгән аш. Ул байлыҡты һәм именлекте символлаштыра.
- СССР-ҙа 1 ғинуар ял көнө булараҡ 1947 йылдың 23 декабренән, Юғары Совет Президиумы ҡарарынан һуң ғына, ял көнө итеп иғлан ителә.
- Һыуыҡ та, ҡар ҙа булмаған йылы яҡтарҙа Яңы йыл өсөн икенсе персонаждарҙы ҡулланалар. Мәҫәлән, Камбоджала Эҫе бабай бар.
- Англияла Яңы йыл ҡаршылағанда сәғәт һуға башлағас та, өйҙөң артҡы ишеген асып, уҙып барыусы йылды оҙатып ҡалалар, ә сәғәттең һуңғы һуғыуы менән бергә төп ишекте асып, Яңы йылды ҡаршылайҙар.
- "В лесу родилась елочка" шиғыры беренсе тапҡыр 1903 йылда "Малютка" балалар журналында баҫыла. Ә ике йылдан Раиса Кудашеваның шиғырын композитор Леонид Бекман көйгә һалып, билдәле йыр тыуа.
- Кубала Яңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаға һыу тултыралар һәм Яңы йыл төнөндә уны урамға сығарып түгәләр. Ошо рәүешле улар бар гонаһтан ҡотолабыҙ, тип уйлайҙар.
- Ҡар бабайҙы XIX быуатта яһай башлайҙар. Уның алыштырғыһыҙ атрибуттары булып танау урынына ҡуйылған кишер, ҡулындағы һепертке һәм башына кейҙерелгән биҙрә тора.
- Шундай ышаныу бар - 30-нан 31-нә ҡарай күргән төш алдағы йылды юрай.
- Ҡарһылыуҙы уҙған быуаттың 50-се йылдарында яҙыусылар Лев Кассиль һәм Сергей Михалков уйлап таба.
- Шыршыға эленгән быяла уйынсыҡтарҙы XIX быуат урталарында Скандинавияла эшләп сығара башлайҙар.
- Мексикала йәшәүселәр бүләкте - ботинка, ә ирландтар һәм инглиздәр - ойоҡбаш эсендә таба.
- СССР-ҙа Ҡыш бабайҙы өйгә 1970 йылдарҙан башлап саҡыра башлайҙар.
- Беренсе Яңы йыл открыткаһы Лондонда, 1843 йылда баҫыла.
Фото: szn24.ru
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=2448