+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән
22 Декабря 2023, 11:00

Аждаһа йылы яҡынлаша

Аждаһа йылы – үҫеү һәм сәскә атыу символы. Йәшел төҫ йәшәйеште, үҫеште һәм яңырышты тасуирлай. Үҙ-үҙенә ышаныусы һәм маҡсаттарын асыҡ белеүсе кешеләр уңышҡа ирешәсәк. Икеләнеүҙәрҙе, шик-шөбһәләрҙе еңергә тура киләсәк. Бик әрһеҙ ҙә булмағыҙ, Аждаһа ундайҙарҙы өнәп бөтмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аждаһа йылы яҡынлашаАждаһа йылы яҡынлаша
Аждаһа йылы яҡынлаша

Тыуасаҡ йыл – йәшел ағас Аждаһа йылы. Ә йәшел төҫ барлыҡ донъя мәҙәниәтендә тыныслыҡ, яңырыу, үҫеш менән ассоциациялана. Яңы йылда беҙҙе ҡыҙыҡлы һәм яҡшы ваҡиғалар көтә. Кемдеңдер – карьера үҫеше, икенсе берәүҙе – күптән көткән сабыйы донъяға килеү, өсөнсөләрҙе иҡтисади үҫеш, мөнәсәбәттәр яҡшырыу һәм башҡалар.

Ләкин Аждаһаның ҡурҡыныс булырға мөмкин икәнен дә онотмағыҙ. Уны асыуландырып, әллә нимәләр ҡыланмағыҙ. Астрологтар билдәләүенсә, ағас Аждаһа тыныслыҡ яратыусы зат икән. Ул яңылыҡтарға яраҡлашырға һәм тетрәнеүҙәрҙе урап үтергә ярҙам итергә тырышыр.

Фото: strjapuchka.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас