

– Нисектер аңлайышһыҙ фекерләйһең! Йә әле, уйыңды ябайыраҡ итеп аңлат, – ти император.
– Һеҙҙән ниндәй китап уҡыуығыҙ тураһында һәм, уны яҙыусы кеше әле иҫәнме, тип һорарға мөмкинме? – ти ҡарт.
Батшаның асыуланыуын күреп:
– Берүк асыуланмағыҙ, хәҙер үҙ фекеремде аңлатасаҡмын. Беләһегеҙме, – ти ул, – улдарым иҫ киткес яҡшы тәгәрмәстәр эшләй, әммә әлегә улар был эштә тейешле дәрәжәгә етмәгән. Ә мин еттем, тик үҙемдең тәжрибәмде нисек уларға тапшырырға? Хәҡиҡәт – урталыҡта… Әгәр ҙә тәгәрмәсте ҡаты итеп эшләһәң, улар ауыр һәм йәмһеҙ, нәфис итһәң, ышанысһыҙ буласаҡ. Ҡайҙа ул мин белгән үлсәм? Ул минең күңелемдә, уға төшөндөм, сәнғәт тап бына ошо инде, тик уны нисек уларға еткерергә? Һеҙҙең көймәгеҙ матур, бер үк ваҡытта ышаныслы ла булырға тейеш. Бына шуның өсөн был эште үҙемә башҡарырға тура килә лә инде. Бына шуның кеүек, бик күп быуат элек һеҙ уҡыған китапты яҙған кеше лә бөйөк нәмәләргә төшөнгән, ә үҙе аңлағанды кемгәлер тапшырыу өсөн бер ниндәй ҙә мөмкинлеге юҡ.
https://www.ye02.ru/online/11809-hit-urtalyta.html