

Байрам өҫтәленә үткән йыл әҙерләнгән ҡайнатмалар, салаттар ҡуймауығыҙ яҡшы. Хатта кисә генә әҙерләнгән ризыҡҡа ла Аждаһа шат булмаясаҡ.
Икенсе һорау – нимә кейергә? Аждаһа балҡырға ярата. Шуға ла уны күңелле итеп ҡаршыларға кәрәк. Яратҡан төҫтәре – ҡыҙыл һәм алтынһыу. Кейемегеҙҙә был төҫтәрҙең береһе булһын. Йәшел төҫ тә уңыш килтерәсәк.
Өйөгөҙҙө ялтырауыҡ матур уйынсыҡтар, шарҙар, таҫмалар, гирляндалар менән дә биҙәргә онотмағыҙ. Аждаһа уйынсығы йә иһә ул һүрәтләнгән өҫтәл япмаһы, таҫтамал, сынаяҡ кеүек әйберҙәр тураһында ла онотмағыҙ.
Фото: rzdz-ivushka.ru