+10 °С
Ясно
Төрлөһөнән
29 Декабря 2023, 04:00

Бер шыршы тарихы

Бөйөк Британияла бынан 103 йыл элек етештерелгән яһалма шыршыны аукционда 4 мең долларҙан артыҡ хаҡҡа һатҡандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер шыршы тарихыБер шыршы тарихы
Бер шыршы тарихы

25 ботаҡлы яһалма ағастың бейеклеге 76 сантиметр, уны донъялағы иң тыйнаҡ байрам шыршыһы тип атағандар. Яһалма шыршы бынан күп йылдар элек Бөйөк Британияың Лестершир графлығында йәшәүсе Грант ғаиләһенеке булған. Уны 8 йәшлек Доротиға бүләк иткәндәр. Дороти уны ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем (ул 101 йәшкә тиклем йәшәгән) яңы йылға биҙәп ҡуйған. Инәй мәрхүм булғандан һуң уның 84 йәшлек ҡыҙы шыршыны һатыуға ҡуйған. Әлеге мәлдә был шыршы коллекционерҙарҙа бик ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Фото: @hansons_auctioneers                                                 

https://omet-rb.com/articles/bolar-kyzykly/2023-12-22/ber-chyrshy-tarihy-3578288

Автор:
Читайте нас